Һуңғы ҡыңғырау байрамы!

Май 25, 2022 Просмотров: 12
Бөгөн барыбыҙ өсөн дә иң тантаналы һәм иҫтәлекле көндәрҙең береһе, беҙҙең сығарылыш класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау. Яҙҙың иң матур, йәмле көндәренең береһендә мәктәптәребеҙ үҙҙәренең ҡарлуғастарын – уҡыусыларын ҙур тормош киңлектәренә осора.

Моңло ҡыңғырау тауышын ун бер йыл уҡыу дәүерендә һеҙ меңдәрсә тапҡыр ишеттегеҙ. Ә бөгөн яңғырай торғаны уларҙың береһенә лә оҡшамаған.

Әммә ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа тыуған мәктәбегеҙҙе, уҡытыусы һәм тәрбиәселәрегеҙҙе онотмағыҙ! Күңелегеҙгә инеп ҡаласаҡ был минуттар шуны иҫегеҙгә төшөрөп торһон.

#МБОУСОШсКомсомольск #МБОУСОШКомсомольск #жизньшколы #праздник #последнийзвонок2022 #последнийзвонок

https://vk.com/album-119323055_284142494