Башҡортостан - моңло ил
Октябрь 13, 2023
Просмотров: 5
Мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте декаднигы сиктәрендә саралар уҙғарыла.1.
Бөгөн юғары класс уҡыусылары үҙҙәрен уҡытыусылар ролендә һынап ҡаранылар. Улар 5, 6 кластарға башҡорт теленән дәрес бирҙеләр.2.
Комсомол ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Косякова С.А. һәм хореограф Ибатуллина М.Ғ., Балалар музыка мәктәбе ҡурайсыһы Солтанморатов И. И. ҡатнашлығында "Башҡортостан - моңло ил" мастер - класс уҙғарылды. Уҡыусылар ҡурайҙың төрҙәре һәм уйнау техникаһы, башҡорт бейеүҙәре һәм бейеү оҫталығы, оҙон көй тураһында оҫталыҡ ҡаранылар. Йыр- бейеү, ҡурай моңо сараға тағы ла йәм бирҙе.#МБОУСОШсКомсомольск
#башҡорттелеаҙналығы