День Республики Башкортостан
Октябрь 12, 2025
Просмотров: 937
Бөгөн Башҡортостан Республикаһы үҙаллылыҡ яулаған көн. Был байрамға арнап мәктәптә класс сәғәттәре һәм төрлө саралар уҙғарылды. Комсомольск мәҙәниәт йорто эргәһендә мәктәп, ауыл китапханаһы һәм мәҙәниәт йорто менән берлектә башҡорт милли уйындарын өйрәнеү буйынса күңелле сара ла ойошторолдо. Тарих уҡытыусыһы Шаһиев Ф.Ф балаларға ашыҡ, йәкәл һуғыу, таяҡ тартыш, дилбегә менән уйын кеүек онотолған башҡорт уйындарын күрһәтте. Уҡыусылар уларҙы ихлас өйрәнеп, күңел асты, сара аҙағында бүләккә тәмлекәстәр алып ҡыуанды. Байрамдан барыһы ла күтәренке кәйеф менән таралышты.
#МБОУСОШсКомсомольск
#жизньшколы
#ДеньРеспубликиБашкортостан
#МБОУСОШсКомсомольск
#жизньшколы
#ДеньРеспубликиБашкортостан