День знаний!
Сентябрь 1, 2025
Просмотров: 1208
Бөгөн бөтә илебеҙ Белем байрамын билдәләй. Комсомольск мәктәбе лә яңы уҡыу йылын башлап, уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе һәм саҡырылған ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алды.
2025-2026 уҡыу йылын башлауға арналған тантаналы линейканы асып, мәктәп директоры Вилданова Гөлшат Закирьян ҡыҙы барыһына ла һаулыҡ, яңы уҡыу йылында уңыштар теләне һәм уҡытыу-тәрбиә эшендә уңыштарға өлгәшкән уҡытыусыларға маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Байрам менән шулай уҡ Туңғатар ауыл советы башлығы Ғиззәтуллин Алмас Хәмзә улы, Учалы районы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Ҡадыров Мозафар Харис улы ҡотлап үтте.
Белем иленә юл аласаҡ 1-се класс уҡыусыларына балалар баҡсаһынан килгән кескәй дуҫтары матур теләктәрен еткергәндән һуң, ҡотлау һүҙҙәрен өлкән апай-ағайҙары-11-се класс алды һәм изге теләктәргә ҡушып, беренселәргә тәүге китаптары - Әлифба бүләк итте. Тәүге уҡытыусылары Мөхәмәтйәрова Рәйсә Йәүҙәт ҡыҙы иһә уҡыусыларына Белем асҡыстары тапшырҙы. Беренселәр ҙә үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтеп үтте: матур итеп шиғырҙар ятлап, дәртле бейеү ҙә башҡарҙы.
Яңы уҡыу йылы башлауҙы белдергән тәүге ҡыңғырауҙы шылтыратыу хоҡуғы 11-се кластан уҡыу алдынғыһы Шәйәхмәтова Арина менән мәктәп президенты Мөхәмәтйәнов Нурисламға тапшырылды.
Яңы уҡыу йылы яңы уңыштар, яңы шатлыҡтар алып килһен!
#МБОУСОШсКомсомольск
#Деньзнаний
#жизньшколы
#НавигаторыДетстваРБ